Программаға ярашлы, бәләкәй ҡалаларҙа ла йорт төҙөү өсөн кредит алырға мөмкин. Ипотека льготалы шарттарҙа 0,1 проценттан 3 процентҡаса бирелә. 1 ғинуарҙан тәүге иғәнә өсөн әсәлек капиталын да ҡулланырға була. Быйыл республикала “ауыл ипотекаһы” буйынса 1 мең 800-ҙән ашыу кредит бирелгән.