Башҡортостандан Антон Бабиков биатлон буйынса донъя кубогында ҡатнашыу хоҡуғын алды

Ижевскиҙа Рәсәй кубогы өсөн ярыш һөҙөмтәләре буйынса милли командаға спортсылар һайлап алынды. Антон Бабиковҡа тренерҙар штабы ҡарары менән халыҡ-ара турнирҙа сығыш яһау мөмкинлеге бирелде. Быға тиклем тағы бер яҡташыбыҙ Эдуард Латыпов милли команда составына индерелгәйне. Ғинуарҙа Германияла һәм Италияла донъя кубогы этаптары үтә.