Өфөләге «Һөт кухняһы»ның етештереү цехы һөт ҡабул итеү һәм эшкәртеү күләмен ике тапҡырға – тәүлегенә 4 тоннаға тиклем арттырасаҡ.
Бинаның тышы һәм эске бүлмәләрендә капиталь ремонт эштәре башҡарылған, яңы технолологик һәм фасовкалау ҡорамалдары ҡуйылған. Бынан ары цех баш ҡаланан ғына түгел, Өфө, Иглин, һәм Благовещен райондарынан 5 мең ярымлап баланы һөт, эремсек, йогурт һәм кефир менән тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә. Кухняны яңыртыуға бөтәһе 5 миллион һум аҡса инвестицияланған.
Республикала һөт кухняһы бүлексәләре ете ҡала һәм районда эшләй. Бушлай бирелгән продукциянан тыш, һөт аҙыҡтарына ҡулланыусылар һорауы ла ҙур. Сөнки продукция экологик яҡтан таҙа булыуы менән айырылып тора. Киләсәктә республикала тағы ла бер нисә цех асыу ҡарала.
Гөлдәриә Йосопова.