Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 166 кешегә артҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Пандемия башланған осорҙан республикала яңы инфекция диагнозы 18 728 кешегә ҡуйылды. Әле стационарҙарҙа табиптар 885 пациенттың һаулығы өсөн көрәшә, ауыр хәлдәге 70 сирленең 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор шарттарҙа 3 053 кеше дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән 111 кеше һауыҡҡан. Үлем статистикаһы үҙгәрешһеҙ ҡала. 

Гөлдәриә Йосопова.