Йыйылған кейем-һалымды ирекмәндәр бүлеү пунктына килтерә, сорттарға айырып, мохтаждарға тапшыра. Йыртыҡ кейемдәр эшкәртеүгә ебәрелә. Контейнерҙар әлегә “Башҡортостан” лайфстал үҙәге янында, “Үҙәк” сауҙа үҙәге ҡаршыһында ҡуйылған.