Спорт байрамы 1 ғинуарҙа уҙғарыла. Старт "Ҡунаҡһарай" сауҙа-күңел асыу комплексы янында 12-лә бирелә. Дистанция Яңы йыл иҫәбе буйынса, 2 мең 21 метрға иҫәпләнгән. Сараның маҡсаты – үҙеңә Яңы йылда ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында уға өлгәшеү. “Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә етенсегә ойошторола.