«Башҡортостан сода компанияһы»на киләһе 10 йылда 390 миллиад һум күләмендә инвестиция һалыу ҡаралған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала «БСК»-ның генераль директоры Эдуард Давыдов төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. 

Компания вәкилдәре билдәләүенсә, ҡайһы бер ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, производство тулы ҡеүәтенә эшләй. Киләсәккә производствоны яңыртыу, экологик саралар уҙғарыу, яңы цехтар төҙөү кеүек бурыстар ҡуйылған. Шулай уҡ 2030 йылға тиклем ҡабул ителгән үҫеш концепцияһы индустриаль парктар төҙөүҙе лә күҙ уңында тота.

Төп сеймал сығанағы рәүешендә компания Шахтау карьерын ҡарай. Бында һыуҙы таҙартыу комплексы барлыҡҡа киләсәк. Артабан инде компания Ағиҙелгә сәнәғәт һыуын ағыҙыуҙы бөтөнләй туҡтатырға ниәтләй. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, предприятиеның ҙур проекттарын «Инвестиция сәғәт»тәрендә ҡарарға мөмкин, тип белдерҙе. Шулай уҡ экология мәсьәләһен хәл итеүҙә лә республика ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. 

Илдар Байбулатов.