Бөрөлә балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Медицина учреждениеһына нигеҙ 2020  йылдың июнендә һалына. Объект сафҡа инһә халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү күпкә еңелләшәсәк. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Бөрө район поликлиникаһы иҫке бинала урынлашыу сәбәпле, пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн шарттар булмаған тиерлек. Ә өлкәндәр өсөн төҙөлгән яңы поликлиника сменаһына 200, ә балаларға тәғәйенләнгәне 400 пациентты ҡабул итә аласаҡ. Төҙөүселәр үҙ иңдәренә алған төҙөлөш йөкләмәләрен бөтә талаптарҙы үтәп, проектҡа ярашлы башҡара.

Төҙөүселәр ике поликлиниканың да стеналарын күтәргән. Балалар поликлиникаһына тулыһынса пластик төҙрәләр ҡуйылған. Йылытыу торбалары һәм радиаторҙар ҡуйылып бөткәс, эске биҙәү эштәре башланасаҡ. Бөрө районы үҙәк дауаханаһы баш табибы төҙөлөш майҙанындағы эш барышы менән ҡыҙыҡһынып тора.

Бөрө районы халҡы һәм беҙ – табибтар, был биналарҙың асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Төҙөлөш барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, санитар-гигиена талаптарын үтәп башҡарыла. Поликлиникаларға заманса йыһаздар ҡайтарыласаҡ.

Арсен Ғарипов, Бөрө ҡала һәм район дауаханаһы баш табибы

Объекттарҙың смета хаҡы 318 миллион һум тәшкил итә. Быйыл был сумманың 70 миллион һумдан ашыуы төҙөлөшкә йүнәлтелгән. Электр селтәрҙәре һуҙылған биналарҙа төҙөүселәр тиҙҙән өҫтәмә бүлемдәр ҡороуға ла тотонасаҡ.   

Бөрөләге поликлиника беренсел медицина-санитар ярҙамы хеҙмәтен үҫтереү сиктәрендә төҙөлә. Төҙөүселәр эш графигынан күпкә алдараҡ бара. Дауалау учреждениеһы 2022  йылдың ғинуарына тәүге пациенттарҙы ҡабул итер, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова.