Башҡортостандың халыҡ артисы, опера һәм балет театры етәксеһе Асҡар Абдразаҡов тормош иптәше менән бергә күп балалы ғаиләне ҡотланы. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе тарафынан ойошторолған акцияға «Таврос» компанияһы ла ҡушылды. Дөйөм ятаҡта йәшәүсе Шумковтарға аҙыҡ-түлек, ит продукцияһы, уйынсыҡтар тапшырылды.
Абдразаҡовтар Шумковтар ғаиләһенә йыл дауамында ярҙам күрһәткән. Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле опера йырсыһы ғаилә башлығын эш менән тәьмин итеп торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән. Балаларҙы ҡотлауҙан тыш, Абразаҡовтар ғаиләне театр тамашаларына ла саҡырҙы.
Флорида Ким.