Луганск халыҡ республикаһында йәшәүсе кескәй замандаштарыбыҙға хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге ағзалары байрам күстәнәстәре өләште. Был биләмәлә ҡораллы низағ башланған көндән алып гуманитар ярҙам итлкән йәмәғәтселек вәкилдәрен хатта пандемия ла туҡтата алманы. Изгелек сәфәрендә уларҙы БСТ каналының ижади төркөмө лә оҙатып барҙы. БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.
Был музыка ҡоралдары Луганск халыҡ республикаһы балаларына тәғәйенләнгән. Башҡортостан башлығы бүләктәрен тейәп ҡораллы бәрелештәр ветерандары сәфәргә сыға. Алда ике мең саҡрымға яҡын юл. Пандемия сәбәпле, гуманитар ярҙам илтеүсе төркөм ҙур түгел. Барыһы ла Афғанстан һуғышын үткән, ҡораллы бәрелештең нимә булыуын яҡшы аңлай.
Петровское ҡасабаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбендә барабансылар төркөмө төҙөлә. Ниәт Башҡортостан ярҙамында тормошҡа ашырыла. Музыка ҡоралдары шыршы байрамында уҡыусыларҙың ҡулына тапшырылды. Бынан тыш, балаларға татлы күстәнәстәр һәм ноутбуктар таратылды. Республика белем усағына 2015 йылдан бирле гуманитар ярҙам күрһәтә.
Петровское ҡасабаһы Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың һуңғы төйәге. 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Дон далаларында башын һалған яугирҙәре менән бергә туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. 2016 йылдан алып 22-мәктәп Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә.
Былтыр Башҡортостан башлығы мәктәпкә автобус бүләк иткән. Әле ул күрше ауылдарҙан балаларҙы йыйып белем усағына йөрөтә. Водителе тәжрибәле, руль артында 30 йылдан ашыу стажы бар. 13 йыл инде балаларҙы ташый.
Башҡортостан байрағы даими мәктәп автобусының түрендә. Водитель дәүләт символын ҡәҙерләп һаҡлай. Һуғыш ғәрәсәтен күргән балалар тураһында хәстәрлек күреү үҙе ҙур изгелек ти ул һәм был хөрмәткә лайыҡ.
Луганск халыҡ республикаһы Донецкий ҡасабаһы сик буйында, йәғни фронт һыҙығына яҡын урынлашҡан. Украина ҡораллы көстәренең мөнәсәбәтен урындағы халыҡ үҙ иңендә тоя.
Бында әленән-әле миналар ярыла, кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Йорт ҡаралты, мөлкәткә килгән зыян күптән иҫәпкә алынмай. Иң мөһиме баш һау булһын, ти улар. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм хатта, балалар ярылған хәрби припастарҙың ҡеүәтен һәм төрөн тауышынан уҡ билдәләргә өйрәнгән.
Донецкий ҡасабаһында яңы йыл бүләктәре тапшырыу планлаштырмағайны. Сәфәр барышында ут аҫтында йәшәгән 36 балаға татлы күстәнәстәр өләшергә ҡарар ителде. Уларҙы бергә йыйыуға пандемия ҡамасауланы. Шулай ҙа хакимиәт вәкилдәре бүләктәрҙе тапшырырға вәғәҙә бирҙе.
Донецкий һәм Петровское ҡасабалары балаларына Яңы йыл тылсымын аҡ һаҡаллы Ҡыш бабай түгел, ә Афған һуғышын үткән Башҡортостан ветерандары бүләк итте. Изге эштәрендә уларға республика башлығы ярҙам күрһәтте. Луганск халыҡ республикаһы етәкселеге, граждандар дипломатияһының әһәмиәтен юғары баһалай.
Луганск халыҡ республикаһында ҡораллы низағ 7-се йыл дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә кешеләр Украиналағы режимдың аяуһыҙ сәйәси һәм хәрби ҡыҫымына ҡаршы тора. Шуға ла именлек һәм тыныслыҡ Яңы йылға төп теләк. Башҡортостан иһә ут йотоп йәшәгән Луганск балалары, уларҙың ата-әсәләре менән йөрәк йылыһын бүлеште, бер аҙға булһа ла байрам кәйефен өләшеүгә өлгәште.
Рафиҡ Әхмәтшин.