Байрам көндәрендә республиканың төп телеканалы эфирында бик күп тапшырыуҙар эфирға сыға. Улар араһында балалар өсөн йәнһүрәт-фильмдар менән бергә, үҙенсәлекле музыкаль тапшырыуҙар ҙа бар. Иртәгә тамашасылар «Яңы йыл маршруты»н ҡарай ала. Ул Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы өр-яңы форматтағы проект.
Яңы йыл төнөндә Башҡортостан юлдаш телеканалында байрам тамашаһы эфирға сыға. Республика шәхестәре, билдәле эстрада йырсылары менән берлектә әҙерләнгән өр-яңы форматтағы проект. Телевизор ҡараусы бындай күләмле эште тәүгә күрәсәк. Тамашала бығаса ишетелмәгән йырҙар яңғырар тип көтөлә. Уны ике ай ярым төшөрөлә.
Сәғәт телдәре төнгө ун икене һуҡҡандан һуң, һәр йылдағыса «Башҡорт йыры» проекты эфирға сыға. Быйыл пандемияға бәйле, тамашаһыҙ үткән концертты, ниһайәт, телевизор аша ҡарарға мөмкин. Ул быйыл да оркестр оҙатыуында барасаҡ.
Телевизор ҡараусыларҙың һорауы буйынса башҡорт караокеһы 1 ғинуарҙа киске сәғәт туғыҙҙа эфирға сыға. Шулай итеп Яңы йылдың тәүге көнөндә бик күп премьера көтөлә. Ул төрлө быуын вәкилдәренә иҫәпләнгән.
Азат Ғәлиуллин.