Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика халҡын Яңы йыл менән ҡотланы

“Был сәғәттәрҙә һәр кем үҙенең яҡындары тураһында уйлай, уларға бәхет, сәләмәтлек, уңыштар теләй. Йола буйынса, Яңы йыл алдынан киләсәккә пландар билдәләйҙәр, үткән йылға йомғаҡ яһайҙар. Быйыл беҙ етди һынауҙарға ҡаршы торҙоҡ. Был ҡыйынлыҡтар беҙҙе көслөрәк итте, тәжрибә өҫтәне. Барығыҙға ла түҙемлек, намыҫлы хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәм. Бергә беҙ бар ҡыйынлыҡты үтә алырбыҙ”, тиелә парламент рәйесе ҡотлауында.