Тәүге бүләктәр Яңы йыл төнөндә эшләгән табиптарға бирелде. Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының “табиптар тураһында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә үтә. Ул яңы йыл ялдарында ла дауам итә. Был ваҡытта республиканың 214 һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына ошондай тупланмалар биреү күҙаллана.