"Был байрам беҙгә мөғжизә һәм тылсым алып килә. Бөтә ауырлыҡтарҙың мотлаҡ артта ҡалыуына ышаныс бирә. Яңы йыл уңышлы булһын" тиелә президент ҡотҡауында. Радий Хәбиров исеменә шулай уҡ Премьер-министр Михаил Мишустиндың ҡотлауы бар. "Тиҙҙән 2021 йыл башлана. Яңы эштәр, ҡыҙыҡлы проекттар һәм ҡаҙаныштар ваҡыты. Бөтә башланғыстарығыҙ уңышлы булһын" тиелә унда. Республика башлығы исеменә Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың да ҡотлауы бар.