Сара сиктәрендә йорт хужалары менән әңгәмәләр ойошторола, янғын хәүефһеҙлеге буйынса иҫкәрмәләр таратыла, электр селтәрҙәренең, мейестәрҙең төҙөклөгө тикшерелә. Рейд барышы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре һәр беребеҙгә таныш, электр, газ ҡоролмалары, мейестәр төҙөк булырға тейеш, тәмәке төпсөктәрен һүндереп ташлау ҙа шарт. Әммә ошо ябай ғына талаптарҙы үтәмәүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Өфөнөң Затон биҫтәһендә һуңғы ун көн эсендә генә утта янып өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
Янғын һүндереүселәр рейд барышында шәхси йорттарға айырым иғтибар бирә. Сөнки ут күберәк ошо секторҙа сыға. Ә байрамдар мәлендә күрһәткестәр икеләтә арта. Шуға күрә белгестәр хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеп сыға.
Рейд барышында йорттар ғына түгел башҡа хужалыҡ объекттары ла тикшерелә. Янғын һүндереүселәр әйтеүенсә, уттың мунса мейесенән тоҡаныуы ла йыш күҙәтелә. Мәҫәлән, был хужалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тулыһынса үтәмәгән.
Өфө районының Михайловка ауылындағы был йортта иһә алты бала тәрбиәләгән ғаилә йәшәй. Өй яңы, иркен, электр линияһы, газ ҡоролмалары талаптарға яуап бирә. Әммә йортта янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы юҡ. Инспекторҙар рейд сиктәрендә түшәмгә махсус приборҙы ла беркетеп ҡуя.
Иҫкәртеү ҡоролмалары ете йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән өлкән быуын вәкилдәре, Бөйөк Ватан һуғыш ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындарының йорттарына бушлай ҡуйыла. Әлбиттә, прибор ут сығыуҙан һаҡламай, әммә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡала ала. Йыл башынан алып иҫкәртеү ҡоролмаларының ваҡытлы сигналы 600-ләп кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалған.
Рәмзиә Кәримова.