Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мотлаҡ изоляция тәртибе 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн 14 ғинуарға тиклем ғәмәлдә ҡала.

Бөйөк Британиянан Башҡортостанға килгәндәр, шул иҫәптән илдең башҡа төбәктәре аша транзит юл менән килгән граждандар йәшәгән урындарында 14 көнлөк мотлаҡ ҡурсаланыу режимын күҙәтергә бурыслы. Социаль учреждениеларҙа йәшәгәндәр өсөн мотлаҡ изоляция режимы 28 февралгәтиклем оҙайтылды.