Күмертау ҡалаһында «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» федераль программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре тамамланыу алдында

Your browser doesn't support HTML5 video.

30 йылдан ашыу элек асылған Гагарин паркы быға тиклем ремонт күргәне булмаған. Һуңғы 3 йыл дауамында парк яңы һулыш ала. Сафтан сыҡҡан аттракциондар урынына, яңылары ултыртыла. Төҙөкләндереү эштәре менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Һәр иртә менән Татьяна Жижина менән Любовь Шорскина Гагарин паркы аша үткән сәләмәтлек һуҡмағынан йөрөргә сыға. Күмертауҙар әйтеүенсә, ҡаланың төп ял  урыны танырлыҡ та түгел. 

Гагарин исемендәге парк 1980 йылда асыла. Балалар ҡаласығынан ғына торған биләмәне студенттар төҙөгән була. Паркта яйлап аттракцион, ял урындары барлыҡҡа килә. 2017 йылда иһә паркта күләмле ремонт эштәре башлана. Төҙөкләндереү тәү сиратта балалар ҡаласығында башлана. Саған, ҡарағай үҫентәләре ултыртыла. Эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары яңыртыла, батут һәм арт объекттар өсөн майҙансыҡтар сафҡа инә. Шулай уҡ ҡала халҡы өсөн асыҡ һауала амфитеатр менән скейт-зона булдырыла. Парк видео күҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла.

Яңырған парк ғинуар урталарында үҙ ишекәтрен асыр тип күҙаллана. Күмертауҙарҙың иң көтөп алғаны – ул күҙәтеү ҡуласаһы. Ҡоролманы төҙөү  августа башлана, яҡын арала ул да тәүге кешеләрҙе йөрөтә башларға әҙер буласаҡ, ти төҙөүселәр.

Күҙәтеү ҡуласаһынан «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса реконструкцияланған тағы бер объектҡа күренеш асыла. Шахтер стадионы 4 меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән. Проект буйынса көнсығыш һәм көнбайыш трибуналары көпләнәсәк һәм футбол майҙанына резина япмаһы түшәләсәк. Йүгереү һуҡмағы, мини-футбол, теннис, пляж волейболы, баскетбол һәм хоккей өсөн айырым урындар әҙерләнә.

Әлфинә Килдейәрова.