Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ҡасабаһында Яңы йыл бал-маскарады үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Илленән ашыу кеше әкиәт, йәнһүрәт персонаждары булып кейенеп, байрам сараһына ҡушылды. Урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре улар өсөн мауыҡтырғыс программа әҙерләгәйне, майҙанда төрлө конкурс, уйындар уҙғарылды.

Конкурс талаптарына ярашлы, сағыу костюмдарҙан тыш, йыр-бейеүгә оҫталыҡ та баһаланды. Маскарадта ҡатнашыусылар шыршы тирәләй күңел асып бер- береһенә изге теләктәрен еткерҙе.

Гөлназ Хәйбуллина.