Байрамдар ваҡытында алкоголь һатыуға контроль арта

Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, магазиндар һәм дөйөм туҡланыу урындарына ҙур иғтибар була. Башҡортостанда ҡабул ителгән законға ярашлы, бөгөн иҫерткес эсемлектәр һатыуға бөтөнләй сығарылмай, 4 ғинуарҙан 6-һына тиклем көндөң тәүге яртыһында ғына һатыла. Парламент вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, кешеләрҙе айыҡ тормошҡа йәлеп итеү өсөн комплекслы эшмәкәрлек алып барырға кәрәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн “Хәүефһеҙ республика” партия проекты активистары һәм һәм журналистар ҡатнашлығында рейд үтә. Ул ялған араҡы һатыу нөктәләрен асыҡлау, алкоголь продукцияһы менән сауҙа итеү ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында ойошторола.