Команда Донья чемпионатының ярым финалына сыҡты. Канадала уҙған сирекфинал уйыны рәсәйлеләр файҙаһына 2-1 иҫәбенә тамамланды. “Салауат Юлаев” клубынан Данил Башкиров 1 шайба индерҙе. Ярым финал Мәскәү ваҡыты менән 5 ғинуарға ҡараған төндә үтә. Финал һәм өсөнсө урын өсөн матч 6 ғинуарҙа була.