Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова был турала Ҡыуатов исемендәге дауаханала булғандан һуң белдерҙе. Сир артыуы декабрҙең һуңғы көндәрендә халыҡтың күпләп магазиндарҙа йөрөүе менән бәйле. Коронавирус һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар менән сирләмәҫ өсөн табиптар Яңы йыл байрамында күберәк саф һауала йөрөргә кәңәш итә. Күмәк халыҡ йыйылған урындарға барыуҙан тыйылырға кәрәк, ти Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт