Рәсәй Пенсия фонды 45 йәштән үткәндәргә буласаҡ пенсия кимәле тураһында белешмә бирә башлай

Ул автоматик рәүештә дәүләт хеҙмәттәре порталына өс йылға бер тапҡыр килә. 45 йәш юҡҡа ғына һайланмаған, был осорға күпселек граждандар пенсия капиталы туплап өлгөрә. Фонд түләүҙәрҙе иҫәпләп сығарыу параметрҙары һәм пенсия тупланмалары тураһында мәғлүмәт тә юллай.