Оҙайлы ялдар ваҡытында республикала күңел асыу, мәҙәни, спорт саралары ойошторола

Бөгөндән 6 ғинуарға тиклем “Яңы йыл ғаилә уйындары” бәйгеһе уҙғарыла. Унда 50 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа мәктәп уҡыусылары ата-әсәләре менән бергә спорт ярыштарында сығыш яһай. Улар барыһы ла урамда уҙғарыла.