Мәсетле районы Әжекәй ауылында яңы социаль объект

Your browser doesn't support HTML5 video.

Модулле ФАП ай ярым эсендә сафҡа инде. Быға тиклем иҫке бинала халыҡты хеҙмәтләндергән фельдшер менән шәфҡәт туташы хәҙер заманса йыһазландырылған медицина учреждениеһында эшләй. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Гөлназ Бәҙғетдинова 6 бала әсәһе. Сабыйҙар ауырып китһә иң беренсе фельдшер ярҙамға килә. Йүнәлтмә алырға булһынмы, укол ҡаҙаумы медицина хеҙмәткәренә мөрәжәт итәбеҙ, ти күп балалы ханым. Халыҡ фельдшерҙың эше менән ҡәнәғәт, әммә барыһын да фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһының иҫке булыуы борсой. Ниһайәт, Әжекәй ауылында өр-яңы социаль объект сафҡа инә.

Мәсетле районы Әжекәй ауылының фельдшер пункты 1964 йылда төҙөлә, шул ваҡыттан алып капиталь ремонт башҡарылмай. Мейескә утын яғып йылытылған бинала уңайлыҡтар ҙа булмай. Бында 30 йыл фельдшер булып эшләгән Клара Вахитова менән шәфҡәт туташы Альбина Солтанова яңы бинаға шатланып бөтә алмай.

Әжекәй фельдшер-акушерлыҡ пункты  «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Социаль объект ай ярым ваҡыт эсендә тулыһынса әҙер була. 78,6 квадрат метрлыҡ бина өр-яңы ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында йылытыу системаһы эшләнгән, канализация селтәре үткәрелгән. Шулай уҡ аҙ мобилле граждандар өсөн пандус та ҡаралған. Әйткәндәй, бында 32 инвалид иҫәпләнә. Йәмғеһе, Әжекәй ауылында 720 кеше йәшәй, улар араһында сабыйҙар һәм оло йәштәгеләр ҙә байтаҡ. Өҫтәүенә, өс кешенең йортона йөрөп процедуралар үткәреү кәрәк.

Федераль программа буйынса Мәсетле районында быйыл 3 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Киләсәктә тағы 6 ауылда социаль объект асыу күҙаллана. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының реанимация корпусын төҙөп бөтөү планлаштырылған. Унда диагностика, терапия һәм балалар бүлеге асыласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова.