Бынан бер нисә йыл элек алыҫ Себер тарафтарынан тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан ғаилә күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырып, өр-яңынан донъя ҡорған. Татыу ғаилә ҡура тултырып мал аҫрауы менән генә түгел, туғандары һәм ауылдаштарына ярҙамсыллығы менән дә дан тота, ҡулдан килгәнсә ауылды төҙөкләндерү эштәрендә ҡатнаша. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Алыҫ Себер яҡтарында эшләгән сағында Әзиф Зарипов күп ваҡытын мал-тыуар араһында үткәрермен, тип хыял ғына иткән. Хаҡлы ялға сыҡҡас ул тыуған ауылында йорт һалып инеп, ҡуй һарыҡтары үрсетеүгә тотона.
Әзиф Зариповтың иң ҙур ярҙамсыһы ҡатыны Әлфирә, улар йорт эсендәге бар эште лә бергә атҡарырға күнеккән. Мал-тыуарҙы башлыса килем алыу өсөн түгел, туғандарына ярҙам итеү, ғаиләне йыл әйләнәһенә юғары сифатлы ит ризығы менән тәьмин итеү өсөн үрсетәләр.
Әзиф Зарипов ҡул эштәре оҫтаһы ла. Үҙе йәшәгән йорт ихатаһын ғына түгел, тирә-яҡты төҙөкләндерүҙә әүҙем ҡатнаша. Уның тырышлығы менән ауылда спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән. Ләкин төп шөғөл, әлбиттә, һарыҡсылыҡ. Яңы Зеландияла эшләгән улдарының сит илдән һарыҡ тиреһенән эшләнгән төрлө кәрәк-яраҡтар һәм сувенирҙар алып ҡайтыуын да аталарының кәсебен хуплауы тип аңларға кәрәк. Ни тиһәң дә, тирә-яҡта яҡындары тураһында хайуандар телен аңлай тигән даны таралған.
Гөлдәриә Йосопова.