Авариялы йорттарҙан халыҡты күсереү өсөн Башҡортостанға өҫтәмә 184 миллион һум бүленә

Аҡса Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан күсерелә. 2020-2021 йылға был маҡсатта һалынған дөйөм сумма 240 миллион һум. Быйыл 200-гә яҡын йорттан 500 кеше яңы фатирға күсерелә.