Рәсәй Хөкүмәте торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түләүҙәренә ғаризаһыҙ субсидия юллауҙы оҙайтты

Был туралағы бойороҡҡа Премьер министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, 2021 йылдың 1 апреленә тиклем субсидиялар мөҙҙәте сыҡҡан граждандар, уларҙы оҙайтыр өсөн ғариза яҙмаһа ла була. Ғәҙәттә бындай ташлама 6 айға бирелә. Субсидияны тәүгә юллаусылар уны “Госуслуги” порталы аша эшләтә