Өфөнөң Октябрь районында янғын осраҡтарын кәметеүгә көндәлек рейдтар ярҙам итә. Сираттағы рейдта беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты.
Янғын һүндереү машинаһы иртә менән юлға сыҡты. Репродукторҙан тапшырылған иғлан алыҫҡа ишетелә. Белгестәр халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә, ут сыҡҡан осраҡтарҙа ни эшләргә кәрәклеге хаҡында хәбәр итә. Янғын һүндереүселәр»Поиск» баҡсасылар ширҡәтендә профилактик рейдтар менән аҙна һайын өй беренсә йөрөп, йорт хужаларына янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеүсе буклеттар тарата, аңлатыу эштәре алып бара. Буклеттарҙа шулай уҡ ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефон һандары ла күрһәтелгән.
Рәзиф Мөхәмәтов Октябрь районы биләмәһенә ҡараған Карпов ауылы янындағы шәхси йортта йыл әйләнәһенә йәшәй. Янғын һүндереүселәр ихата эсендәге мунса торошо менән ҡыҙыҡһынды. Янғын иҫкәртеү хеҙмәте белгестәре хәүефһеҙлеккә бәйле бер генә деталде лә күҙҙән ысҡындырмай. Абдуллиндар хужалығында хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлгән булып сыҡты.
Йыл башынан ғына республикала 92 янғын теркәлгән.Уларҙа 6 кеше һәләк булған, өсәүһе ауыр тән йәрәхәттәре алған. Янғындарҙың 27 проценты мунсанан сыҡҡан. Шулай ҙа профилактик рейдтар үҙ һөҙөмтәһен бирә: халыҡты уяу торорға, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тупраһнда онотмаҫҡа өндәй.
Рейд барышында граждандар йорт эсендә бикләнеп ҡалманы, киреһенсә, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү хеҙмәттәренгә яҡшы мөғәләмә күрһәтте. Хужаларға йорт эсендә тәмәке тартмаҫҡа, электр сымдары торошон даими күҙәтеп торорға, электр селтәрҙәрендә артыҡ көсөргәнеш тыуҙырмаҫҡа, бала-сағаға күҙ-ҡолаҡ булырға, дарыуҙар, яна торған һәм химик мәтдәләр булған ҡатнашмаларҙы төпкәрәк йыйып ҡуйырға тигән кәңәштәр еткерелде.
Гүзәл Борханова.