Күмертау ҡалаһындағы йорт алдарын төҙөкләндереү өсөн 35 миллион һум аҡса бүленгән. Был суммаға эскәмйәләрҙе яңыртыуҙан башлап, тротуарға асфальт түшәүгә тиклем эштәр башҡарылған. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Был ихатала йәшәүселәр автомобилде ҡайҙа ҡалдырырға тип борсолмай. Парковка урындары етәрлек, өҫтәүенә, видео күҙәтеү камералар ҡуйылған. Күп ҡатлы йорт хужалары «Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашып, биләмәлә уңайлы мөхит булдырыуға ирешә.
Салауат һәм Ғафури урамдарының дүрт йортон берләштергән ихата хәҙер ҡалала иң яҡшыһы тип иҫәпләнә. «Башҡорт ихаталары» программаһы күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тота. Эштәрҙе башҡарғанда милекселәрҙең фекере иҫәпкә алына. Был ихатала иһә йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, спорт һәм ике балалар майҙансығы сафҡа инә. Тәҙөкләндереү майҙа башланһа, июлдә ремонт эштәре тулыһынса тамамлана.
Ошо уҡ программа буйынса төҙөкләндерелгән икенсе биләмә Ленин урамының ихаталарын берләштерә. Күп фатирлы йорттарҙа 600-гә яҡын кеше йәшәй, шул иҫәптән балалар һаны ла бихисап.
Быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә ике күләмле объект өсөн йәмғеһе 35 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Шулай уҡ Күмертау ҡала хакимиәте үҙ көсө менән Салауат урамы 12-се йорт янын да тәртипкә килтерә.
Финанслауға килгәндә, дөйөм сумманың 94 проценты республика бюджетына ҡаплана. Ҡалған өлөштө муниципаль берәмек һәм күп фатирлы йорт милекселәре ҡаплай.
Әлфинә Килдейәрова.