Бынан ары рәшәткә артындағылар ғәҙәти рационда булмаған ризыҡтарға заказ бирә ала. Меню уларҙың теләге буйынса төрлөләндерелә. Шул уҡ ваҡытта ашханала туҡланыу түләүле. Хөкөм ителеүселәр колония производстволарында эшләп, хеҙмәт хаҡын үҙ теләге буйынса тотона. Төрмә стеналарында булдырылған мөхит хаҡында киләһе репортаж.
Тәү ҡарашҡа, ябай кафе кеүек. Ихлас ҡаршылайҙар, йылы атмосфера, сағыу интерьер. Официант менюһын да тәҡдим итә.
Кафе хеҙмәткәрҙәре лә, ризыҡҡа заказ биреүселәр ҙә – хөкөм язаһын башҡарыусылар үҙҙәре. Бында туҡланыу өсөн улар ғариза яҙырға тейеш, артабан һәр отрядта айырым график төҙөлә. Колониялағы производство майҙандарында эшләп, кискә ҡарай тәмле аш-һыуҙан ауыҙ итергә теләүселәр иһә күп. Урал Ғәйфуллин да рәшәткә артында хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән, кафеның иректәге тормош сағылышы булыуын билдәләй ул.
Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһы ашханаһы эсендә ойошторолған учреждение бәләкәй генә өйҙө хәтерләтә. Бар йыһазды хөкөм ителеүселәр үҙ ҡулдары менән эшләгән. Камин да бар. Тәҙрә аша тәбиғәт күренештәре, ирек сағылдырылған. Әммә был һүрәт кенә. Шулай ҙа ул бындағыларға өмөт, ышаныс бирә. Кафеға килеп, өҫтәл артында һөйләшеп ултырғанда ҡатҡан күңелдәр ҙә асыла.
Колония биләмәһендә суйын ҡойоу, ағас эшкәртеү, теген, һөт етештереү цехтары эшләй. Хеҙмәт адаптацияһы ойошторолған. Рецидив енәйәт профилактикаһы бара.
Холоҡ төҙәтеү колонияһы ҡарамағында ферма ла эшләй. Хужалыҡта 48 баш һыйыр иҫәпләнә, былтыр 80 мең литрҙан ашыу һөт һауылған. Малдарҙы хөкөм ителеүселәрҙән ике кеше генә ҡарай. Яҡшы тәртип өсөн улар бында эшкә күсерелгән.
Ферма, производство майҙандары, кафе. Хөкөмдәгеләр өсөн колонияла ғәҙәти йәшәү шарттары булдырыла. Иреккә сығыуға әҙерлек мәктәбен үтә улар. Тәүмаҡсат – башҡа енәйәттәргә юл ҡуймау, хеҙмәт аша холоҡтарын төҙәтеү, йәшәүгә ҡараштарын үҙгәртеү. Ыңғай яҡҡа.
Гөлназ Хәйбуллина.