Еҙ тояҡлы юртаҡтар, баянда уйнаусы үгеҙ, пони-далматиндар...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөнөң Ағиҙел ярында ат-сана экипаждары парады үтте. Сағыу тамашаны БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ла күҙәтте.

Парадта ҡатнашҡан аттар хужаларын елдән етеҙерәк тиҙлектә йөрөттө. Еҙ ҡыңғырауҙар тағылған экипаждар сараға килеүселәрҙең күңелен елкендерҙе. Боронғо йола Өфөнөң Ағиҙел ярында тергеҙелде. Был сағыу байрам беренсе тапҡыр ойошторолһа ла, унда ҡатнашыусылар парадҡа бик етди әҙерләнгән. 

 Беҙҙең рәссамдар сананы аҫыл биҙәктәр менән биҙәне. Ғафури районынан килдек. Беҙ үҙебеҙ менән үгеҙҙе лә алып килдек. Ул гармунда уйнай белә. Яңы йыл моңло булһын. Кешеләр ауырымаһын.

Илшат Хәбибуллин, парадта ҡатнашыусы

Өсәүле егелгән ат элек-электән ҡалған. Беҙҙең бала саҡтан ҡалған таныш күренеш. Ҡыш бабай Ҡарһылыу менән ошондай егеүле аттарҙа килгәнен күреп үҫтек. Аттарҙы һикһәненсе йылдарҙан бирле егәбеҙ. Өфө халҡын һөйөндөрөргә килдек.

Айрат Әхмәтов, күсер

Тамашаға килеүселәрҙе хатта ғинуар һалҡыны ла ҡурҡытмаған. Пандемия шарттарында барлыҡ һаҡлыҡ саралары иҫәпкә алынған. Халыҡ фекеренсә, был байрам дүрт көн дауамында барған Терра-ҡыш фестиваленең иң күркәм сараһына әүерелгән.  

Бала саҡтан үҙем ат сабыштарында ҡатнаштым. Ҡышҡы һабантуй бигерәк шәп ойошторолған.

Рәмил Биктимеров, тамашасы

Бишбүләктән аттар ярышын ҡарарға килдек. Бөтә ғаилә ағзаларына ла байрам оҡшаны. Аттар бик матур биҙәлгән.

Зөлиә һәм Ғәзиз Сираевтар

Аттар парадын ҡарайбыҙ, бигерәк оҡшай.Улым менән  санаға егелгән аттарҙа йөрөгөбөҙ килә.

Ирина Суфиярова, тамашасы

Киләһе йыл пандемия сигенгәс, ойоштороусылар сараны халыҡ-ара кимәлдә үткәрергә ниәтләй. Фестивалгә Рәсәй төбәктәренән  һәм сит илдәрҙән дә  ҡатнашыусылар килер тип көтөлә.

Быйыл сарала 5 ойошманан 9 экипаж ҡатнашты, Башҡа төбәктәр үткәрә алмаҫтай конкурсты юҡҡа һайламаныҡ. Сөнки беҙҙең Башҡортостанды йылҡы малына һөйөү һәм иғтибар етәрлек. Киләһе йылдан георафиябыҙҙа киңәйтеп, Бөтә Рәсәй кимәленә сығып, экипаждарҙың һанын 30-40 еткереү маҡсатын ҡуясаҡбыҙ.

Артур Иҙелбаев, Башҡортостанда туризмды үҫтереү үҙәге эксперты

Парад еңеүсеһе тип Дүртөйлө тоҡомсолоҡ заводының өсәүле ат егелгән экипажы танылды. Еңеүселәрҙе район кимәлендә лә дәртләндереү ҡаралған. 

Бик шатлыҡлы еңеү беҙҙең өсөн. Киләһе йылда ла дәртләнеп был парадта Орлов юртаҡтары менән ҡатнашасаҡбыҙ.

Илшат Мәхмүтов, «Арғымаҡ» ат спорты комплексы директоры /Дүртөйлө ҡалаһы/

Байрам тамамланыр алдынан тамашасылар экипаждар менән иҫтәлеккә фотоға төштө, ҡыҙыҡлы видеояҙмалар менән социаль селтәрҙәрҙә бүлеште.  

Терра-Башҡортостан байрамы дүртенсе көнөндә егеүле аттар парады ойошторолдо. Был парадта иң сағыу биҙәлгән экипаж асыҡланды, тамашасылар тере музыка оҙатыуында рәхәтләнеп Ағиҙел яры буйлап саналарға ултырып йөрөнө. Бөгөнгө байрамдан һәр кем күтәреңке күңел һәм ҡабатланмаҫ тәьҫораттар алып ҡыуанды.

Гүзәл Борханова.