Яңы йыл байрамдарын – футбол менән менән ҡаршылап

Your browser doesn't support HTML5 video.

Иглин районында йәшәүселәр Елена Иглина исемендәге паркта ҡышҡы футбол ярышы үткәрҙе.

Спорт уйынына халыҡ дәррәү йыйылды, сөнки пандемияға бәйле ярыш һуңғы тапҡыр сентябрҙә үткән булған. Иглин егеттәре бер нисә ауылды берләштергән команда туплап көс һынашты. Ҡышҡы футбол ярышында еңеүсе тип «Эксперт» командаһы билдәләнде. Уйын тамамланғас футболсылар саф һауала эҫе сәй менән һыйланды, байрам һәр кемдә кңңелле тәҫьораттар ҡалдырҙы.

Оҙайлы ялдан һуң егеттәр ярышҡа еңеү сәме менән йыйылды. Уйындар бик күңелле үтте. Спортсылар ҡағиҙәләрҙән тайпылмай уйнаны, еңеүсе команданы ҡотлайым.

Виктор Литвиненко, Иглин ауылы спорт мәктәбе тренеры

Флорида Ким.