Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәүефле урындарҙа тауҙан шыуыуға яратыусыларҙы ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. Яңы йыл байрамдарында республикала 4 бала тауҙан санала шыуған саҡта тән йәрәхәттәре алған. Хәүефле һәм шыуыу өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа ҡом һибелә, махсус билдәләр ҡуйыла.