Билдәле ғалим, академик Тельман Әминев арабыҙҙан китте

Химия фәндәре докторы, профессор һуңғы йылдарҙа Мәскәү фәндәр академияһында эшләй. Ул 200-гә яҡын фәни, уҡыу методик эштәр авторы. Тельман Әминев 1936 йылдың 20 ғинуарында Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның өлкән улы булараҡ, яҙыусының хәтерен мәңгеләштерер өсөн күп эш башҡара.