Вуздар яңы сервисҡа күсерелә. Ошо хаҡтағы ҡарар хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында унынлаштырылған. Сервис эше өсөн Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң мәғлүмәт коммуникациялары, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Мәғарифты күҙәтеү идаралығы яуаплы була. Сервисҡа әле 54 уҡыу йорто ҡушылған, 2021 йылда тағы 137 ВУЗ өҫтәлеү планлаштырыла. 2022 йылда иһә ул бөтә Рәсәй буйынса эшләргә тейеш.