Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер тәүлектә 41 кеше сирҙән һауыҡҡан, 2 кеше коронавирус ҡорбаны булған. Ковид-19 сире таралыуға юл ҡуймау маҡсатында Башҡортостанда битлек тәртибе ғәмәлдә, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләргә изоляция режимын һаҡлау бурысы ҡуйылған.