Быйыл Кремль шыршыһы беренсе тапҡыр телевизион форматта булды

Яңы йыл спектакле Кремль һарайында тамашасыларһыҙ үтте. Тамашала баш ҡала театрҙары һәм кино артистары, акробатика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы, спорт рок-н-ролл буйынса Донья һәм Европа чемпиондары сығыш яһаны. Бөгөн Кремль шыршыһы тамашаһы “Карусель” каналында киске унынсы яртыла ҡабатлап күрһәтелә.