Һуңғы тәүлектә республикала 10 янғын сығыу осрағы теркәлгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Утта ике кешенең ғүмере өҙөлгән. 41 йәшлек ир менән 44 йәшлек ҡатындың кәүҙәләре Өфө эргәһендәге Дорогин ауылында ағас йортто һүндергәндән һуң табылған.

Ваҡиға урынына 20 ҡотҡарыусы һәм алты берәмек техника йәлеп ителгән. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы граждандарһы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Янғын ваҡытында шылтыратыу өсөн телефон һандары 01 йәки 112. Уттан һаҡ булығыҙ!