Бишбүләк районында йәшәүсе Юнысовтар мәшғүллек үҙәге аша грант отоп билмән етештереү цехын киңәйтә. 250 мең һумға ит эшкәртеү ҡоролмаһын алып улар район сауҙа кибеттәрен ярымфабрикаттар менән тәьмин итә. Киләсәктә крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороусылар, ихатала өҫтәмә цех асып эшкә ауылдаштарын да йәлеп итергә теләй. Артабан БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Оҙаҡ йылдар Бишбүләк районында зоотехник булып эшләгән Азамат Юнысов үҙ цехында билмән бөгөрмөн тип уйлағаны ла булмаған. Әммә ауылда колхоз тарҡалып тәжрибәле хеҙмәткәр эшһеҙ ҡалғас ул үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән тормош иптәше менән һөйләшеп ҙур булмаған цехта крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороу маҡсаты район етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә ғаиләгә республика тарафынан 250 мең һум грант бүленә.
Мәшғүллек үҙәге аша бүленгән грант аҡсаһына ғаилә ит эшкәртеү өсөн ҡоролмалар, һыуытҡыстар ала. Әле улар әҙерләгән продукция заказ буйынса район сауҙа кибеттәренә оҙатыла. Сифатлы ярымфабрикаттарға ихтыяж көндән-көн арта, шуға ла Юнысовтар хужалыҡты киңәйтеү теләге менән яна.
Билмәндән башҡа хужабикә манты, голубцы, самса ла эшләп һата. Юнысовтарҙың цехына заманса пресс ҡоролмалары килтерелгәс ассортименҡа тауыҡ итенән әҙерләнгән ризыҡтар ҙа өҫтәлер тип көтөлә.
Флорида Ким.