«Өфө – Яңы Абҙаҡ – Өфө» йүнәлеше буйынса хәрәкәт иткән «Урал легендаһы» маршрутын «Орлан» тип исемләнгән яңы төр поезд хеҙмәтләндерә. Состав электр тәьминәте булмаған тимер юл участкаларында пассажирҙар ташыуға тәғәйенләнгән. Тимер юл транспортының дизайны яңыртылған, салоны ла бик уңайлы. Вагондарҙа мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар өсөн махсус урындар булдырылған. Поезд сәғәтенә 120 саҡрым тиҙлек йыя ала.
«Урал легендаһы» Өфөнән урындағы ваҡыт менән 8-се 8 минутта ҡуҙғала. Башлыса ул ял көндәре йөрөй. Яңы йыл каникулдарында даими, сөнки Белорет районына тау саңғыһына барырға теләүселәр арта. Шул уҡ ваҡытта ҡала яны поезы менән әүҙем спорт яратыусылар ғына түгел, ябай юл йөрөүселәр ҙә файҙалана.
Рәйлә Күсемханова.