Әле был күләм 2 миллион тирәһе. Былтыр пандемия сәбәпле, ил сиктәре ябылыу эске туризмды үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаны. Йәй айҙарында ғына төбәктә 2 миллиондан ашыу кеше ял иткән. 2019 йыл менән сағыштырғанда, туристар килеүе өс тапҡырға артҡан.
Тармаҡты тағы ла үҫтерөү маҡсатында етди саралар күреләсәк. Белореттағы «Морат» тау саңғыһы үҙәге федераль кимәлдәге йыл әйләнәһенә ял итеү курортына әйләнәсәк. Көньяҡ Урал һуҡмағы өс йөҙ саҡрымға тиклем оҙонайтыласаҡ. Ҡариҙел һәм Нуриман райондарында Павловка һыуһаҡлағысы турист-рекреация кластерын ойоштороу башлана.
Айнур Кәбиров.