Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрө ҡалаһында

Республика етәксеһе Октябрь майҙаны һәм Ленин скверында реконструкция барышы менән танышты. Уңайлы ҡала мөхите булдырыуға йүнәлтелгән бөтә Рәсәй конкурсында Бөрө ҡалаһы проекты төҙөкләндереүгә 75 миллион һум еңде. Барлығы проектҡа 178 миллион һум бүленә.Радий Хәбиров билдәләүенсә, обект комплекслы рәүештә төҙөлә. Майҙанға килтереүсе урамдар эшләнгән, фасадтар яңырған, яңы балалар майҙансыҡтары булдырылған. Миңә бик оҡшаны, хәҙер беҙ ошо майҙанда йыл һайын ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы үткәрәсәкбеҙ, тине республика башлығы.