Йөрәккә яңы көс

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары бер нисә минут эсендә йөрәккә операция эшләп пациенттың ғүмерен ҡотҡара. Инфаркт кисергән ир Күмертау ҡалаһынан Өфөгә санавиация ярҙамында килтерелгән. Уңышлы операция хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Санавиция ярҙамында Күмертауҙан баш ҡалаға килтерелгән пациентты медицина университеты клиникаһы табиптары көтөп ала. Көслө дарыуҙар менән аңына килтерелгән кешене ҡотҡарыуҙа һәр минут ҡәҙерле. БДМУ клиникаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле анализдар алына һәм 58 йәшлек Тәлғәт Тәлзиманов операция өҫтәленә һалына.

Йөрәк коронарографияһы ярҙамында инфаркт үткәргән кешенең ҡан тамыры киңәйтелә. Пациенттың ҡулы аша йөрәккә катетер һуҙыла һәм зыян күргән тамыр махсус стент менән тоташтырыла.

Ҡатмарлы операцияны 8 табиптан торған бригада эшләй. Клиникала көнөнә  республика район-ҡалаларынан килгән 12-15 пациентҡа ошондай коронарография үткәрелә.

Күмертауҙан сәғәт ярымда транспартировкаланып Өфөлә операция өҫтәленә оҙатылған пациент әле нисек иҫән ҡалыуына ышанып та бөтә алмай. Берсә ҡурҡыу, берсә шатлыҡ хистәрен кисергән ир аҡ халатлыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү хәйерле. Табиптар әйтеүенсә, көслө дарыуҙар менән аңына килтерелгән пациент ситтән ҡарағанда ғына яҡшы хәлдә. Шуға ла йөрәк тамырҙары менән бәйле ҡатмарлыҡтар булғанда тикшереүҙәрҙе һуңға тиклем һуҙырға ярамай.

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары медиктар араһында «алтын сәғәт» тип исемләнгән ҡағиҙәгә таянып эшләй. Пациент дауаханаға килеп операция өҫтәленә ятҡансы 20 минут самаһы үтә. Йөрәк сирҙәре тураһында һүҙ барғанда минут түгел, һәр секунд ҡәҙерле,ти аҡ халатлылар.

Флорида Ким.