Яңы эш башлаусыларға – «Агростартап» гранты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр был проект буйынса 68 эшҡыуарға 210 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Бәхетле исемлектә – Стәрлебаш районы Айтуған ауылынан Алмаз Рәхимҡолов та була. Егет грант аҡсаһына бейәләр, ҡеүәтле техника һатып алып, ҡымыҙ, итселек менән шөғөлләнә башлаған. Был эштә уға ата-әсәһе лә ярҙам күрһәтә. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Алмаз Рәхимҡолов өйөрҙәге һәр аттың ҡушаматын, тарихын һөйләргә әҙер. Бала, үҫмер сағы атаһының йылҡысылыҡ хужалығында үткән. Оҫта һыбай йөрөүсе егет бөгөн үҙе лә яңы эш башлаусы фермер. Былтыр «Агростартап» программаһында ҡатнашып, өс миллион һумлыҡ грант отҡан.

Рәхимҡоловтар ғаиләһе аттарын тибенлеккә бергә ҡыуа. Ике фермала барлығы 102 баш мал иҫәпләнә. Әйткәндәй, йәш егеткә йылҡысылыҡ хужалығын ойоштороуҙа район хакимиәте, ауыл биләмәһе етәкселеге лә ҙур ярҙам күрһәткән. Ер мәсьәләһенә бәйле һорауҙар еңел хәл ителгән.

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында Стәрлебаш районы Айтуған ауылында йылҡысылыҡ хужалығы бөлгөнлөккә төшә. Ата-бабаларҙан ҡалған шөғөлдө тергеҙеүҙә Рәхимҡоловтар ғаиләһенең өлөшө ҙур. Фәүәт Талип улы 2013 йылдан алып башҡорт тоҡомло аттар үрсетә, иң ҙур еңеүе – был эшкә улдарында ла һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән.

Хужалыҡта былтыр майҙан алып сентябргә тиклем биш мең литр һөт һауылған. Киләһе йылға тиклем был күрһәткесте өс тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. Шифалы эсемлеккә ихтыяж юғары, бигерәк тә, йәйге осорҙа күптәр уны коронавирусҡа ҡаршы көрәшеү сараһы булараҡ ҡулланылған. Өй шарттарында ҡымыҙ бешеү өсөн Алмаздың әсәһе – Гөлназ Рәхимҡолова яуаплы.

Быйыл Рәхимҡоловтарҙың ихатаһында ҡымыҙ етештереү буйынса ҙур цех асыу планлаштырыла. Ошо маҡсатта район ҡаҙнаһынан ике йөҙ мең һумлыҡ матди ярҙам алынған. Февралдә төҙөлөш эштәре башлана.

Гөлназ Хәйбуллина.