Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Республика клиник психиатрия дауаханаһына студенттар эшләгән картиналарҙы тапшырҙы.
Был картиналар һәм ҡул эштәре уҡыу йортоноң художестволы графика факультеты студенттарының диплом эштәре. Улар араһында Башҡортостандың хозур тәбиғәтен сағылдырған картиналар ҙа, төрлө ҡатмалы техникаларҙа эшләнгән ижад емештәре лә бар. Мәҫәлән, стринг арт ысулы һирәк осрағандарҙан иҫәпләнә, ул 16 быуатта Италияла барлыҡҡа килгән һәм был дәүләттең оҫталары тарафынан әүҙем ҡулланылған. Квилинг техникаһы ла бик ҡатмарлы, әммә йәштәр уның ярҙамында ҡоштар донъяһын да, тәбиғәтттең гүзәллеген дә сағылдырған. Хәҙер был эштәр дауахана бүлмәләрен биҙәйәсәк.
Республика клиник психиатрия дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, медицина учреждениеһының үҙендә лә ижад аша дауалау киң ҡулланыла. Пациенттар ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү түңәрәктәрендә әүҙем шөғөлләнә. Тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай, дауалау процесы күпкә ҡыҫҡара.
Рәмзиә Кәримова.