Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Бөрө районында булды

Унда ул сәнәғәт, социаль объекттар эшмәкәрлеге, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышын ҡараны. Бөрө ҡалаһында Октябрь майҙаны һәм Ленин скверы төҙөкләндерелә. Реконструкцияға 178 миллион һум йүнәлтелә. Шуларҙың 75 миллионы – Федераль грант аҡсаһы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был майҙанда йыл һайын ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк. Төбәк башлығы дини объекттарҙа ла булды. Троицкий соборының ҡыйығын төҙөкләндереүгә аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Артабан республика етәксеһе “Бөрө керамикаһы” предприятиеһын ҡараны. Бында балсыҡ һәм таштан төрлө һауыт һаба һәм сувенир продукцияһы етештерелә. Ойошманың алдағы үҫеш пландарын билдәләү маҡсатында уның етәксеһен Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы. Артабан төбәк башлығы “Аристократ” маркаһы аҫтында сығарылған ярым фабрикаттар етештереү предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты. Цехта 34 хеҙмәткәр эшләй. Ойошма етәксеһе Лилиә Байтимерова әйтеүенсә, иртәгә “Бөрө билмәне” гастрономия фестивалендә предприятиела етештерелгән бар продукция сығарыла. Радий Хәбиров билмәндәрҙең сифатын юғары баһаланы һәм эшҡыуарҙы “Ауыл сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡырҙы.