Ил президенты Владимир Путин сираттағы законға ҡул ҡуйҙы

Яңы документта физик шәхестәргә тәмәке йөрөтөүгә сикләүҙәр индерелә. Быға тиклем ҡанун проектын Дәүләт Думаһы һәм Совет Федерацияһы раҫланы. Законда әйтелеүенсә, граждандар үҙҙәре менән 200 дананан, йәки 250 грамдан артыҡ тәмәке йөрөтә алмай. Был 18 йәштән өлкәндәргә ҡағыла, ә кесерәктәргә иһә бөтөнләй тыйылған. Сикләүҙәрҙең төп маҡсаты – сит илдәрҙән акцизы булмаған тауарҙар импортын сикләү. Рәсәйҙә һатылған табак продукцияһында 2019 йылдың 1 мартынан һанлы маркировка булырға тейеш.