Өфөлә Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге үткәүелдә хәрәкәт сикләнде

Урында ҡала мэрияһы штабы хеҙмәткәрҙәре ваҡиғалар ағышын күҙәтеп бара. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, юл хәрәкәтенең яңы схемаһы уңайлы һәм файҙалы булып сыҡты. Был урындан сәғәтенә 4 мең автомобиль үтә, пик сәғәттәрендә был һан 6 мең ярымға етә. Үткәүел реконструкцияһының ноярбь айында тамамланыуы көтөлә.