Һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы 164 кешелә асыҡланған

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер тәүлектә 55 кеше һауыҡҡан, үлем осраҡтары теркәлмәгән. 45 пациент ауыр хәлдә тип баһалана, 11 кеше үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында республикала йәмәғәт урындарында битлек кейеү мотлаҡ. 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр изоляция тәртибен һаҡларға тейеш.