Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге үткәүелде реконструкциялау, автомобилдәр тығындары проблемаһын кәмендә 10 йылға хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Был турала «Вся Уфа» телеканалының матбуғат үҙәгендә ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә белдерелде.
Баш ҡаланың иң мөһим транспорт артерияларының береһендә төҙөкләндереү эштәре башлансаҡ тураһында хәбәр декабрь аҙағына ғына билдәле булды, ә 8 ғинуарҙан ғәмәлгә инде. Әлбиттә, алдан бер ниндәй аңлатыу эштәре алып барылманы, шуға ла был яңылыҡ халыҡ араһында ҡыҙыу бәхәс һәм аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырҙы.
Өфө хакимиәте вәкилдәре ашығыс ҡарар ҡабул ителеү сәбәбен юл схемаһы буйынса оҙаҡ фекер алышыуға һәм эштәрҙе башҡарыуға финанстар ошо көндәрҙә генә бүленеүе менән аңлата. Проект концепцияһы 2017 йылда уҡ формалаштырылған булған, бынан тыш, әлеге проект Ағиҙел аша өсөнсө күпер төҙөлөшө менән тығыҙ бәйләнгән.
Илдар Байбулатов.